04:48 (UTC+5), 30 Октября 2018

Радий Хәбиров Өфө карикатурасыһы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһен ҡараны

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров танылған карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаевтың ошо көндәрҙә Өфөләге «Галерея ART» сауҙа-күңел асыу комплексында асылған шәхси күргәҙмәһе менән танышты.
Республика етәксеһе рәссамдың 50-гә яҡын эше ҡуйылған экспозицияны ҡарап сыҡты. Был карикатуралар һуңғы 2,5 йылда төшөрөлгән. Уларҙың геройҙары – билдәле сәйәсмәндәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, йәмәғәтселәр, күренекле шәхестәр. Бер нисә һүрәт Радий Хәбировҡа арналған. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сәйәси сатира жанрына ыңғай ҡарауын билдәләне.
«Рәсәй һәм Башҡортостан хаҡында һөйләгәндә, сәйәси сатира ниндәйҙер инструмент булараҡ юғалғайны. Республикала ул Камилдың ижады аша тергеҙелә», – тине төбәк етәксеһе. Камил Буҙыҡаевтың карикатуралары гражданлыҡ йәмғиәте сағылышы булып тора, тип билдәләне Радий Хәбиров. Рәсемдәр көнүҙәк темаға бағышланған, шул иҫәптән чиновниктарға үҙҙәренең етешһеҙлектәрен күрергә мөмкинлек бирә. Шуның менән бергә төбәк етәксеһе республика чиновниктары араһында намыҫлы, һәйбәт кешеләрҙең күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм һуңынан улар ҙа карикатура оҫтаһының рәсемдәре геройҙары булыр тигән ышаныс белдерҙе.
«Барыһы менән дә ризамын тип әйтә алмайым. Ләкин шуныһы асыҡ: был – республика мәнфәғәттәре менән йәшәгән ирекле кешенең ижады», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Камил Буҙыҡаев Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт әйтте һәм уға үҙенең бер нисә эшен бүләк итте.
http://www.bashinform.ru/news/1231420-radiy-khabirov-posetil-vystavku-ufimskogo-karikaturista-kamilya-buzykaeva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика