07:50 (UTC+5), 29 Октября 2018

Рудольф Нуриев тураһында фильм Токио кинофестивленең конкурс программаһына ингән

AP Photo / Peter Southwick
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. ХХ быуаттың бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа арналған «Белая ворона» документаль-нәфис фильмы Токио халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһына ингән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, картинаны Бөйөк Британия киноматографисы төшөргән. Фильмды Рудольф Нуриевтың бала сағы уҙған һәм ул спектаклдәрҙә тәүге партияларҙы бейегән Санкт-Петербургта, Парижда һәм Өфөлә төшөргәндәр. Фильмда төп ролде Татар опера һәм балет тетары премьеры (Ҡазан) Олег Ивенко уйнай.
Фильмда балет артисының өсәүҙән алып тормош этабы бәйән ителә. Фәҡирлектә үткән бала сағы, артист карьераһының башы һәм илдән күсеп китеү ҡарары һәм эмиграциянан һуңғы тормош.
Күренекле Британия актеры һәм режиссер, ике тапҡыр «Оскар» премияһы номинанты Рэйф Файнс картинаның режиссеры булып сығыш яһай һәм балет артисы остазы ролендә уйнай.
Азияла ҙур кинофорум Японияның баш ҡалаһында 25 октябрҙән 3 ноябргә ҡәҙәр уҙа. Токио халыҡ-ара кинофестивлендә ҡатнашыуға бөтәһе 1829 ғариза килгән, кинофильмдар 109 илдә төшөрөлгән. Ошо байтаҡ фильмдарҙан сараны ойоштороусылар 16 кинокартинаны һайлап алған. Улар иҫәбенә «Белая ворона» кинокартинаһы ла ингән, тип хәбәр итә «Культурология» порталы.
http://www.bashinform.ru/news/1230883-film-o-rudolfe-nureeve-voshel-v-konkursnuyu-programmu-tokiyskogo-kinofestivalya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика