Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2018, 10:10

Өфөлә «Бүреләр» төркөмө башҡорт рок музыкаһы тарихында яңы битте асты

автор
автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Электр гитаралар һәм скрипкалар, фрак һәм кеды, башҡорт рок музыкаһы һәм симфоник оҙатыу, академик зал ҡырыҫлығы һәм концерттың демократик мөхите – был кис бөтә нәмә контраста булды.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле «Бүреләр» башҡорт рок музыкаһы төркөмө симфоник оркестр менән сығыш яһаны. Башҡорт музыканттары ошондай проектты тәүгә ғәмәлгә ашырҙы. «Бүреләр» төркөмө фронтмены Илшат Абдуллин үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуын белдерҙе. Үҙенсәлекле концертта зал тамашасылар менән тулы булды.
«Егеттәребеҙҙең эксперимент яһарға ҡурҡмауы, рок музыканы симфоник оркестр менән берләштереүе һәм, иң мөһиме, уларҙың яҡшы килеп сығыуы бик һәйбәт. Бөгөн йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн яңы формалар эҙләү һәм бер урында тормау мөһим. «Бүреләр» үҫешә, был ҡыуандыра», — тип билдәләне мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Концертта 16 композиция яңғыраны. Башҡорт рок музыкаһы хиттарын Өфө композиторҙары – Марат Татурас (Фәйзуллин), Шәүрә Сәғитова, Светлана Гребенкина оркестрға һалды. Төркөм фанаттары яңы симфоник биҙәлештә яратҡан хиттарын — «Билет», «Минең йондоҙом» Таңсулпан Бураҡаева фильмынан), «Һинең күҙҙәрең» һәм башҡа йырҙарҙы ҙур шатлыҡ менән тыңланы. Һәр композиция алдынан төркөм солисы Илшат Абдуллин уның нисек яҙылыуы тураһында һөйләне.
Аҡмулланың күренекле «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк» шиғри мөрәжәғәте нигеҙендә яҙылған йыр залда йыйылғандарға ялҡынлы саҡырыу булып яңғыраны. Был композицияла Артур Ғайсаровтың ҡурай тембры сағыу төҫ өҫтәне.
Илшат Абдуллин, концертҡа әҙерләнгәндә, өс аҙна дауамында Өфө сәнғәт институты профессоры, күренекле йырсы Иҙрис Ғәзиевтан вокал дәресе алыуын һөйләне. Рим Хәсәновтың «Мәңгелек мөхәббәт» йырын уҡытыусы һәм уҡыусы ата-әсәләргә бағышлап, уны бергәләп йырланы.
Концертта Линар Дәүләтбаев идаралығында Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестры музыканттары ҡатнашты.
«Концерттарҙа репетицияларҙа булмаған нәмә килеп тыуа. Репетицияларҙа иҫкелек менән шөғөлләнәбеҙ һәм ысын яңғыраш барлыҡҡа килтерә алған бөтә энергияны тыуҙыра алмайбыҙ. «Бүреләр» командаһы – бик яҡшы музыканттар тандемы, ә уларҙы оркестрҙа юғары кимәлдәге музыканттар көсәйтһә, ошондай үҙенсәлекле сығыш килеп сыға», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Линар Дәүләтбаев.
Дирижер тамашасыларҙы концерт трансляцияһын бер үк ваҡытта инстаграмда алып барыуы менән хайран ҡалдырҙы.
Башҡорт рок музыкаһының ике сәғәтлек концерты Рим Хәсәновтың заманса аранжировкала эшләнгән шаян «Әҡлимә»һе менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1230560-v-ufe-burelar-otkryli-novuyu-stranitsu-v-istorii-bashkirskogo-roka/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: