Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Октябрь 2018, 16:28
Башҡортостандың Милли музейы ремонтҡа ябыла
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли музейы ремонтҡа ябыла.
Республикалағы иң ҙур музейҙың экспозициялары бер айға — 2018 йылдың 30 октябренән 30 ноябренә тиклем ябыла. Ремонтҡа бәйле музей «Сәнғәт төнө»ндә ҡатнашмай.
«Быйыл косметик ремонт ҡына планлаштырылған. Беренсе һәм икенсе ҡаттарҙы тәртипкә килтерәбеҙ: стеналарҙы буяйбыҙ, ишектәрҙе алмаштырабыҙ. Яҡтыртыу замансараҡ буласаҡ, ватылған витриналарҙы йүнәтәбеҙ», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев.
Учреждение етәксеһе 2019 йылда музейҙы күләмлерәк реэкспозиция көтөүе тураһында хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1231072-natsionalnyy-muzey-bashkortostana-zakryvaetsya-na-remont-/
Теги:
музейҙар
Читайте нас: