09:00 (UTC+5), 29 Октябрь 2018

Башҡортостанда республика халыҡтарының туй йолаларын күрһәтәләр

Фатима Янбаеваның шәхси архивынан
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1-2 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһында тәүгә «Туй йолаһы» фестивале уҙа. Фестивалдә халыҡ ижадының бөтә байлығын һәм борон-борондан килгән ғаилә йолаларын сағылдырған туй йолаларын күрһәтәләр.
Башҡортостан халыҡтарының йолаларын һаҡлап ҡалыусы һәм пропагандалаусы ижади коллективтар, фольклор коллективтар етәкселәре һәм айырым тикшеренеүселәр, һәүәҫкәр коллективтар, биҙәү-ҡулланма сәнғәт, халыҡ кәсептәре оҫталары Шаран районында йыйыла.
Ырымбур өлкәһенең һәм Татарстан Республикаһының милли фольклор коллективтары «Туй йолаһы» ҡунаҡтары була.
Программа сиктәрендә башҡорт фольклоры буйынса семинар, аутентик фольклор йөрөтөүсе коллективтар менән ижади осрашыу уҙа, фестивалдә ҡатнашыусы бөтә коллективтарҙың көсө менән туй йолаһын тергеҙәләр (Килен һөйөү, Бишек туйы). Методик әҙәбиәт, дисктар (халыҡ байрамдары сценарийҙары йыйынтығы), шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының изделиелары, «Туй бүләге» милли ризыҡтары һатыу күргәҙмәһе ойошторола.
«Туй йолаһы» йыйынтығын (сценарийҙар, йолалар, йырҙар, уйындар) сығарыу фестиваль йомғағы була.
«Фестиваль күп милләтле республикала халыҡтарҙың традицион мәҙәниәт үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Байрам Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуға, уларҙың рухи яҡтан бер-береһен байытыуға; 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһы алдынан фольклор коллективтарҙың ижади кимәлен арттырыуға булышлыҡ итә», — тип билдәләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы хакимиәте.
http://www.bashinform.ru/news/1231094-v-bashkirii-pokazhut-svadebnye-obryady-narodov-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика