11:30 (UTC+5), 26 Октября 2018

Силәбе өлкәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылына ингән ерҙә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәйкәл асыла. Сара 3 ноябрҙә уҙа, тип хәбәр итә «Урал-пресс» баҫмаһы.
Дивизия Юғары баш командующий бойороҡтарында 15 тапҡыр телгә алына, 4000 яугир СССР-ҙың орден-миҙалдары менән билдәләнә. Дивизияның 78 ҡатнашыусыһы Советтар Союзы Геройы була, биш яугир өсөнсө дәрәжәле Дан ордендары менән бүләкләнә. Дивизия яугирҙәре күрһәткән батырлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡа бер ғәскәрҙә лә булмай. Башҡорт атлы дивизияһына һуғышҡан яугирҙәрҙең күбеһе - Силәбе өлкәһенән.
«Әҙерлек эштәре - биш йыл элек, ә төҙөлөш 2016 йылда башланды, — тип һөйләне идея авторы һәм төҙөлөштө ойоштороусы Йосоп Ҡунаҡбаев. — Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Һәйкәл ҡойоуҙа төрлө милләт кешеләре ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла бушлай гранит, бетон, техника, төҙөлөш материалдары, аҡса бүлде, физик көс менән ярҙам итте».
Монументтың бейеклеге — 7,5 метр.
Һәйкәлде асыу тантанаһына ветерандар, уларҙың туғандары һәм теләгән һәр кем саҡырылған. Сәғәт 11-ҙә башлана.
1 из 2
http://www.bashinform.ru/news/1229875-v-chelyabinskoy-oblasti-otkryvaetsya-pamyatnik-voinam-112-y-bashkirskoy-kavaleriyskoy-divizii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика