11:35 (UTC+5), 26 Октября 2018

Өфөлә билдәле карикатурист Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асыла

Камил Буҙыҡаев һүрәте
Камил Буҙыҡаев һүрәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 27 октябрҙә ART галереяһында билдәле карикатурист Камил Буҙыҡаевтың шәхси күргәҙмәһе асыла.
Һуңғы 2,5 йыл эсендә рәссам меңдән ашыу карикатура төшөргән. Күргәҙмәлә ойоштороусылар һайлап алған 50-гә яҡын рәсем тәҡдим ителә.
Сәйәсмәндәр, йәмәғәтселек вәкилдәре, медиа-шәхестәр рәссамдың киҫкен социаль һүрәт геройҙары булып китә. Автор һүҙҙәренсә, уның күп кенә эштәрен шунда уҡ һатып алалар, ҡалғандары өйөндә һаҡлана, ул яңы оҫтаханаһына күсмәгән әле.
Рәссамдың карикатуралары әһәмиәтлеге, киҫкенлеге, һиҙгер билдәләнгән деталдәре, төптә ятҡан тәрән мәғәнә менән айырыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа автор ниндәйҙер күренеште фашлап ҡына түгел, алдан күреп әйтә алды. Рәссам үҙенең эштәрен социаль селтәрҙә урынлаштыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҙур яңғыраш ала.
«Ғәҙәттә эштәремдең геройҙары – аҡыллы кешеләр һәм үҙҙәренең үпкәләүен белдермәй. Моғайын, уларҙы тағы ла отошһоҙ яҡтан төшөрә алыуымдан ҡурҡаларҙыр. Шуға ғәҙәттә бөтәһе лә йылмая ғына, ҡайһылары – теләмәй генә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Камил Буҙыҡаев.
Эштәр 1-се һәм -1 ҡаттарҙа урынлашҡан. Киске сәғәт 6-ға тиклем ҡарарға килеүселәр автор менән осраша һәм аралаша ала. Асыу тантанаһында Рөстәм Сөләймәновтың Ҡыллы квартетының сығышы күҙалланған.
Күргәҙмә эше ике аҙна дауам итә, ҡыҙыҡһыныу ҙур булған осраҡта уның ваҡыты оҙайтыла, тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.
Камил Буҙыҡаев – рәссам һәм скульптор, Учалы районында тыуған. Бала саҡтан һүрәт төшөрә, шарж һәм карикатураны башта ғаилә ағзаларына һәм дуҫтарына эшләгән. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыған. Рәссамды Тәлғәт Мәсәлимов, Григорий Загвоздкин, Лидия Стратонова уҡытҡан. Был рәссамдың икенсе карикатуралар күргәҙмәһе. Камил Буҙыҡаев 2017 йыл өсөн «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты лауреаты булды.
http://www.bashinform.ru/news/1229712-v-ufe-otkryvaetsya-vystavka-izvestnogo-karikaturista-kamilya-buzykaeva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика