09:30 (UTC+5), 26 Октября 2018

Булат Йосоповтың «Визит» фильмы «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара проектында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Визит» фильмы «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проектында ҡатнаша.
2018 йыл Рәсәйҙә Рус балеты йылы тип иғлан ителгәйне. Бейеү оҫтаһы, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың 80 йыллығына «Нуриев миҙгелдәре» халыҡ-ара мәҙәни проект булдырылды. Ул Мәскәүҙә 17 мартта, бейеүсенең тыуған көнөндә башланды.
«Нуриев миҙгелдәре» сиктәрендә кинофестиваль уҙғарыла, уның программаһында «Визит» фильмы ла бар. Ул тәүгә йәй көнө Третьяков галереяһы кинозалында тәҡдим ителде. 10 ноябрҙә Мәскәү дәүләт филармонияһының виртуаль залында «Визит» кинокартинаһы икенсе тапҡыр күрһәтелә.
«Нуриев миҙгелдәре»н үткәреүгә бер нисә компания көс һалған. Улар иҫәбендә — «Андрис Лиепа production», «Свой почерк» кинокомпанияһы, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы, Дәүләт Третьяков галереяһы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм башҡа учреждениелар.
Ойоштороусылар сараны Рәсәйҙән тыш, сит илдәрҙә лә уҙғарырға уйлай. Әйтәйек, 5-7 декабрҙә кинофестиваль Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә була, унда шул иҫәптән «Визит» фильмы ла күрһәтелә.
«Визит» — бала сағы Өфөлә үткән күренекле балет артисы Рудольф Нуриевҡа арналған нәфис ҡыҫҡа метражлы фильм. Фильм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгән. 2014 йылда картина республика прокатында күрһәтелде.
Фильм Рудольф Нуриев тормошондағы реаль эпизодҡа нигеҙләнгән. 1977 йылда Өфөгә рәсми сәфәр менән Иорданиянан король ғаиләһенең вәкиле Динә бин Әбдел Хәмид килә. Уның ысын маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашыу, уға улынан хәбәр еткереү була. Бейеүсе биографияһындағы ошо факт Өфө кешеһе Йәүҙәт Исҡужиндың һүҙҙәренән билдәле.
http://www.bashinform.ru/news/1229789-film-vizit-bulata-yusupova-stal-uchastnikom-mezhdunarodnogo-proekta-nureevskie-sezony/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика