07:15 (UTC+5), 26 Октябрь 2018

Алһыу – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәйҙең популяр йырсыһы Алһыу (Сафина) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы булды. Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙең Ҙур театрында уҙҙы.
«Хәҙер ҡулымда раҫлаусы документ, - тип йырсы инстаграмда яҙған. - Мәҙәниәт министры В. Р. Мединский миңә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы таныҡлыҡ менән күкрәккә тағыла торған билдәне тапшырҙы. Ошо наградаға табан юлда кемдәр миңә булышлыҡ итте һәм миңә ышанды барыһына ла рәхмәт. Һеҙ – минең көс һәм илһам сығанағы».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыуҙың тамырҙары – Илеш районының Уяндыҡ ауылында, унда йырсының атаһы Рәлиф Сафин тыуған. Бында Алһыу даими рәүештә күмәк музыкаль байрамдар уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1229909-alsu-stala-zasluzhennoy-artistkoy-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика