08:35 (UTC+5), 25 Октября 2018

Өфөлә «Тере Еңеү. Йөҙҙәрҙә һуғыш тарихы» күргәҙмәһендә уникаль экспонаттар күрһәтелә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Тере Еңеү. Йөҙҙәрҙә һуғыш тарихы» проекты күргәҙмәһе асыла. Ул 31 октябрҙә «Рәсәй — Минең тарихым» мультимедиялы тарихи парк бинаһында (Менделеев урамы, 158) була.
Майҙа «Тере Еңеү» проектының ижади төркөмө Өфөлә эшләне. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ярҙамында һәм булышлығында билдәһеҙ авторҙың «Өфөгә эвакуацияланған Рыбинск заводы хеҙмәткәре. 1943 йылғы фото» һүрәте яңыртылды. Проектта шулай уҡ завод хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Өфөләр ғаилә альбомдарында Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендәге фотоларҙы табып, уларҙы реконструкциялауҙа ҡатнашты.
Проект сиктәрендә ғаилә альбомдарынан һәм музей архивтарынан ХХ быуаттың 40-сы йылдарындағы фотолар яңыртылды. Профессиональ грим һалыусылар һәм реквизиторҙар тарихи фотолар мөхитен яңынан барлыҡҡа килтерҙе. Фотографтар уларҙы халыҡта «гармошка»-камера булараҡ билдәлә ФКД камераһына төшөрҙө. Проект авторҙары фото геройҙарының тарихын, уларҙың нисек йәшәгәндәрен һәм һуғыш алышҡандарын, эшләгәндәрен һәм еңеүгә ышанғандарын яҙып алды.
2018 йылда проект Президент гранттары фондынан ярҙам алды. Фотоға төшөрөү туғыҙ ҡалала: Өфөлә, Силәбелә, Магнитогорскиҙа, Екатеринбургта, Төмәндә, Пермдә, Ирбитта, Каменск-Уральскийҙа һәм Түбәнге Тагилда уҙҙы.
Проекттың бөтә фотолары һәм тарихтары йомғаҡлау күргәҙмәһендә тәҡдим ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1229271-v-ufe-na-vystavke-zhivaya-pobeda-istoriya-voyny-v-litsakh-predstavyat-unikalnye-eksponaty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика