12:36 (UTC+5), 24 Октября 2018

Өфөлә «Ҡыҙыл башлыҡ» спектакленең күпме тороуы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ҡыҙыл башлыҡ» тигән яңы спектакль өҫтөндә эш бара. Премьера 3 һәм 4 ноябргә көндөҙгө сәғәт 12-гә һәм 2-гә билдәләнгән. Спектакль «Театрҙар — балаларға» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының финанс ярҙамы менән сәхнәләштерелә.
Ҡурсаҡ театрында әйтеүҙәренсә, «Буратино», «Ҡыҙыл башлыҡ», «Уйынсыҡтарҙың тылсымлы мажаралары» спектаклдәренә 8 486 363 һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 7 468 000 һум һәм республика бюджетынан 1 018 363 һум бүленә. Аҡса заманса ҡорамал һатып алыуға, шулай уҡ ижади төркөмдөң эшенә түләү өсөн тотонола.
Режиссер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виктория Щербакова, рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Андрей Волков, композитор — Владислав Савватеев.
Спектакль Шарль Перроның бала саҡтан барыбыҙға ла таныш әкиәтенә нигеҙләнгән.
Төп сюрприздарҙың береһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшиндың ҡатнашыуы, уның бай ижади биографияһы унынсы бүре менән тулыланды.
Спектаклдә Надежда Беззубова, Татьяна Кузьменко, Кристина Латипова, Александр Верхоземский, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Виталий Щербаков ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1228762-stalo-izvestno-skolko-stoit-postanovka-krasnoy-shapochki-v-ufe-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика