08:31 (UTC+5), 24 Октябрь 2018

Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Сәнғәт төнөнә ҡушыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 ноябрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениеларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған Сәнғәт төнө уҙа.
Традицион акцияға республика музейҙары, күргәҙмә галереялары, театрҙары, китапханалары һәм клубтары ҡушыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән, әле программа төҙөлә. Ҡайһы бер саралар 3 ноябрҙә үк башлана.
Рәсәйҙә 2500-ҙән ашыу сара планлаштырылған, 1500-ҙән ашыу майҙансыҡ йәлеп ителә.
Акцияның программаһында — яҙыусылар, рәссамдар, актерҙар һәм музыканттар менән осрашыуҙар. Ойоштороусылар үҙенсәлекле саралар вәғәҙәләй.
Сәнғәт төнө — йыл дауамында үткәрелгән «мәҙәни төндәр»гә йомғаҡ яһаған мәҙәни-белем биреү акцияһы. Тәүге тапҡыр 2013 йылдың ноябрендә уҙғарылған. Акцияның төп маҡсаты — илдә йәшәүселәргә музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға барыу һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы, традициялары менән танышыу мөмкинлеген биреү.
http://www.bashinform.ru/news/1228442-uchrezhdeniya-kultury-bashkortostana-prisoedinyatsya-k-nochi-iskusstv/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика