04:30 (UTC+5), 23 Октября 2018

Өфөлә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 25-26 октябрҙә 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа. Сара ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында, «Рәсәй мәҙәниәте», «Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программалары сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында.
Фестивалдә Башҡортостандан, Комиҙан, Дағстандан, Саха (Яҡут), Бүрәт, Мари Иле Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Магнитогорскиҙан сәсәндәр ҡатнаша.
Конкурстан тыш, милли атрибутика әйберҙәре, ювелир изделиелар, музыка ҡоралдары күргәҙмәһе; республиканың Уралды өйрәнеүсе ғалимдары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең донъя эпостарын өйрәнеүсе фольклорсылары ҡатнашлығында «Асыҡ тирмә» тигән интерактив шоу ҡаралған.
26 октябрҙә М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Мөхәмәтшә Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» темаһына фольклорсының тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа.
Фестиваль Гала-концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1227791-v-ufe-pod-egidoy-yunesko-proydet-vserossiyskiy-festival-skaziteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика