17:00 (UTC+5), 23 Октября 2018

Башҡортостандың халыҡ артисы — Красноярск крайы министры

 http://newslab.ru/info/
http://newslab.ru/info/
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле балет артисы Аркадий Зинов Красноярск крайының мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнде.
Аркадий Зинов Өфөлә тыуған һәм 1994 йылда Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһын яҡшы билдәләре менән тамамлаған, һуңынан А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында уҡыған.
1991-2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләгән. 1997 йылда республиканың халыҡ артисы, 2002 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алған.
«Аркадий Зинов сағыу лирик-романтик герой булып Өфө тамашасыһының хәтерендә ҡалған. Беҙҙең театрҙа ул 20-ләп партияны башҡарған, «Аҡҡош күле», «Щелкунчик», «Жизель», «Золушка», «Дон Кихот», «Тщетная предосторожность», «Хужа Насретдин» һәм башҡа спектаклдәрҙә бейегән. «Аҡҡош күле» менән 1996 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашҡан», — тип һөйләне Башҡорт театры музейы мөдире Рәмилә Латипова.
Аркадий Зинов сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Римма Закирова, Гүзәл Сөләймәнова, Гөлсинә Мәүлекәсова, Татьяна Краснова һәм башҡа билдәле балериналар менән сығыш яһаған. 2002 йылдан Аркадий Зинов — труппа педагогы-репетиторы. Өфөлә эшләгән осорҙа саҡырыу буйынса АҠШ-ҡа, Бөйөк Британияға, Тайвангә, Украинаға, Италияға гастролдәргә йөрөгән.
2001 йылда Аркадий Зинов тәүге тапҡыр Красноярск сәхнәһендә сығыш яһай — саҡырылған артист сифатында «Щелкунчик» балетында Принц партияһын башҡара. 2003 йылда Красноярскиға күсеп китә һәм әйҙәүсе солист сифатында труппаға ҡабул ителә. Алты йылдан артист Красноярск хореография колледжының художество етәксеһе, һуңынан уның директоры итеп тәғәйенләнә. 2011 йылда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ була.
http://www.bashinform.ru/news/1228105-narodnyy-artist-bashkortostana-stal-ministrom-kultury-krasnoyarskogo-kraya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика