05:55 (UTC+5), 18 Октября 2018

Башҡорт ҡурайы тәүгә Кубанда яңғыраны

Рәмил Ғәйзуллин биргән фотолар
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Г. Пономаренко исемендәге Краснодар филармонияһында «Кубань хөрмәтенә, Рәсәй мәнфәғәтенә!» концерты уҙҙы. Ул Рәсәйҙә иң яҡшы оркестрҙарҙың береһе, «Кубань виртуоздары» дәүләт концерт рус халыҡ оркестрының 25 йыллығына арналды. Юбилей концерты илдең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, Симферополдән, Майкоптан, Белгородтан, Петрозаводскиҙан, Элистанан, шулай Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан танылған сәнғәт оҫталарын йыйҙы.
Концертта башҡорт көйө лә яңғыраны. Юбилей сараһын ойоштороусылар солист һәм дирижер сифатында Өфөнән күренекле музыкант, Башҡортостан Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республиканың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинды саҡырҙы. Ул ҡурайҙа Морат Әхмәтовтың күренекле «Урал иртәһе» әҫәрен башҡарҙы, шулай уҡ «Кубань виртуоздары» оркестры менән дирижерлыҡ итте. Ошо оркестр менән тәүгә башҡорт авторының әҫәре яңғыраны, ул концертта булғандарҙың бөтәһе өсөн дә асыш булды.
«Беҙҙең башҡорт ҡурайы тәүгә Кубанда яңғыраны. Бөйөк музыка, башҡорт халыҡ ҡоралы көйө бер кемде лә битараф ҡалдырманы, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Ғәйзуллин. - Быға тиклем миңә бөтә тиерлек рус халыҡ ҡоралдары оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе, әммә «Кубань виртуоздары» менән тәүгә сығыш яһаным. Инде нисәнсе тапҡыр моңдоң халыҡтарҙы яҡынлаштырыуына инандым, ул сик белмәй».
http://www.bashinform.ru/news/1225719-bashkirskiy-kuray-vpervye-prozvuchal-na-kubani/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика