12:48 (UTC+5), 17 Октября 2018

Өфөлә Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында танылған башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙа.
Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был кистә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә солистар Лилиә Ишемйәрова, Миңзифа Исҡужина, Гөлнара Вәлиева, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары, Ишембай районының художество үҙешмәкәрлек коллективтары сығыш яһай. Улар шағирҙың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡара һәм уның шиғырҙарын уҡый. Режиссер – Илшат Ғәлимйәнов. Киске сәғәт 7-лә башлана.
Кисә барышында Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының һәм Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың күргәҙмәһе ойошторола.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Яҙыусылар союзы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
http://www.bashinform.ru/news/1225717-v-ufe-sostoitsya-vecher-pamyati-posvyashchennyy-100-letiyu-yakuba-kulmyya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика