05:55 (UTC+5), 17 Октября 2018

Өфөлә Башҡортостандың заманса һәм маҡсатлы яҡташтары тураһында китаптың исем туйы уҙҙы

социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 2014 йылдан эшләп килгән бер үк исемле проект буйынса «Bashkort 2.0» китабының исем туйы уҙҙы. Китап Мәскәүҙең «Роликс» нәшриәтендә 500 дана булып сыҡты.
«Bashkort 2.0» - Башҡортостандың заманса, үҫешкән һәм маҡсатлы яҡташтары тураһында проект. Исеме яңыртылған, яҡшыртылған башҡорт йәштәре версияһын сағылдыра. Геройҙар Башҡортостанда һәм Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Европала һәм Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Австралияла йәшәй.
Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙы илһамландырыу, яңы шәхестәр асыу, яҡташтарыбыҙҙың проекттары менән таныштырыу һәм уларға булышлыҡ итеү, үҫешкән башҡорт йәштәр имиджын булдырыу һәм танытыу, бөтә донъянан ватандаштарҙы берләштереү. Бөгөнгө көнгә проект сайтында 100-ләгән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.
Китаптың исем туйына 400-гә яҡын кеше йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Рәсәйҙән һәм сит илдән проект геройҙары сәләмләне. «Арғымаҡ», «Голос.Дети» проекты ҡатнашыусыһы Наҙгөл Отузова, ТНТ-ла «Танцы» шоуы ҡатнашыусыһы Нәркәс Юлдашева сараның махсус ҡунаҡтары булды.
«Уҙған сара тураһында бик күп йылы баһалама алдым һәм был проект йәштәребеҙ өсөн бик кәрәк булыуын аңлайым. Ҡайһы берәүҙәр китапты саранан һуң иртәнгә тиклем уҡыған, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына проекттың ойоштороусыһы һәм етәксеһе Эльвира Моратова. - Эшемдең лайыҡлы һөҙөмтәһен күреү һәм тамашасыларҙан һәм уҡыусыларҙан юғары баһа алыу – был минең өсөн ҙур ҡыуаныс. Йәштәр был сара менән илһамланды, минең өсөн йәштәребеҙ тормошонда яңы ыңғай тәьҫорттарға ҡыҫылышым булыу ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ».
Киләсәктә проекттың дауамы була, моғайын, икенсе форматта, тип асыҡлыҡ индерҙе автор. «Bashkort 2.0» китабын таратыусыларҙан һатып алырға мөмкин. Мәғлүмәтте сайтта һәм социаль селтәрҙә табырға була.
1 из 4
http://www.bashinform.ru/news/1225295-v-ufe-prezentovali-knigu-o-sovremennykh-i-tseleustremlennykh-urozhentsakh-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика