Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Октябрь 2018, 12:20
Илдар Абдразаҡов «Casta Diva» Рәсәй опера премияһын тапшырыу тантанаһында йырлай
йырсының фейсбугтағы сәхифәһенән
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 октябрҙә Мәскәүҙә «Casta Diva» Рәсәй опера премияһын тапшырыу тантанаһы һәм лауреаттар концерты уҙа.
Концертта лауреат булған театрҙар: Рәсәйҙең Ҙур театры һәм Пермь опера һәм балет театры ҡатнаша. Е.В. Колобов исемендәге «Яңы Опера» театры сәхнәһендә Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы сәхнәләре солистары: премияның төрлө йылдарҙағы лауреаттары, шулай уҡ еңеүсе театрҙар солистары һәм хөрмәтле ҡунаҡтар – «Яңы Опера» театры солистары сығыш яһай.
Программала - Илдар Абдразаҡов, Зарина Абаева, Анна Аглатова, Агунда Кулаева, Владислав Сулимский, Константин Сучков, Алексей Татаринцев, Дмитрий Ульянов, Виктория Яровая сығыштары.
Өфө егете, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм бөтөн донъяға билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов 2016 йылда Casta Diva премияһы лауреаты тип танылды. Тәнҡитселәр уның Зальцбургск фестивалендә «Фауст»ағы Мефистофель, «Дон Карлос»та (Рәсәйҙең Ҙур театрында дебюты) Филипп II, Станиславский һәм Немирович-Данченко исемендәге Музыкаль театрҙа «Гофман әкиәттәре»ндә Линдорф, Коппелиус, Дапертутто, Миракль ролдәрен юғары баһаланы. Һорап алынған опера бастарының береһе «Йыл йырсыһы» номинацияһында еңеү яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1224054-ildar-abdrazakov-spoet-na-tseremonii-vrucheniya-rossiyskoy-opernoy-premii-casta-diva/
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
опера
премиялар
илдар абдразаҡов
Читайте нас: