09:49 (UTC+5), 15 Октября 2018

Башҡортостан вәкилдәре Татарстанда төрки йәштәре фестивалендә ҡатнаша

https://vk.com/turk_fest
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15-21 октябрҙә Татарстандың «Волга» йәштәр үҙәгендә (Боровое Матюшино ҡасабаһы) V Төрки йәштәре фестивале ойошторола.
Фестиваль төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән 18-30 йәшлек төрки йәштәрен йыя. Сарала Рәсәйҙән — Татарстан, Башҡортостан, Ҡабарҙа-Балҡар, Дағстан, Ҡырым, Тыва, Ҡарасәй-Черкес республикаларынан; Ҡаҙағстандан һәм Төркиәнән 70-тән ашыу вәкил ҡатнаша, тип хәбәр итә «Татар-информ».
Фестивалдең маҡсаты – төрлө төбәктәрҙә йәшәгән төрки йәштәрен туплау, йәштәр сәйәсәте, фән, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә алмашыу, төбәктәрҙә төрки йәштәре ойошмалары алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Сараның программаһында йәштәр проекттары һәм программалары, осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, экскурсиялар ҡаралған. Программаның мөһим темаһы – социаль проектлау һәм грант конкурстарында ҡатнашыу. Делегаттарҙың проект булдырыу һәм тәжрибәле остаздарҙан кәңәштәр алыу мөмкинлеге бар.
Бынан тыш, фестивалдә ҡатнашыусылар республиканың танылған кешеләре менән осраша, Ҡазандың иҫтәлекле урындарына һәм ҡаланың мәҙәни сараларына бара. Йыл һайын фестиваль барышында алтайҙарҙың, тываларҙың, ҡаҙаҡтарҙың һәм башҡа төрки халыҡтарының тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан таныштырыу ҡаралған. Республика делегаттары үҙҙәренең «визиткалары» менән таныштыра.
Фестивалде ойоштороусылар – Татарстан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса министрлығы, Татарҙарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы, Татарстандың Йәштәр ойошмалары советы, «Иҙел» йәштәр үҙәге.
http://www.bashinform.ru/news/1224037-predstaviteli-bashkortostana-primut-uchastie-v-festivale-tyurkskoy-molodezhi-v-tatarstane/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика