12:05 (UTC+5), 12 Октября 2018

Рәсәй театрҙары Сыңғыҙ Айытматовтың 90 йыллығын уның китаптары буйынса яңы спектаклдәр менән билдәләй

http://radar.kg/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй театрҙары совет классигы, күренекле ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айытматовтың 90 йыллығын билдәләй (1928 — 2008).
М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» повесы буйынса спектакль ҡуйыла. Инсценировка авторы — Елена Баранчикова.
Сәхнәләштереү өсөн театрға Йәштәр театры режиссеры Мөсәлим Күлбаев саҡырылған. Репетициялар башланған, ләкин премьера ғинуарҙа була, тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәбиәт бүлегенән.
Күрше республикала ла Айытматов әҫәре буйынса спектакль ҡуйырға әҙерләйҙәр. Ҡазанда Ғ.Камал исемендәге театр «Быуаттан да оҙон көн» романы буйынса спектакль әҙерләй. «Татар-информ» хәбәр итеүенсә, премьера 4, 5, 6 һәм 7 ноябргә билдәләнгән. Режиссер — Илгиз Зәйниев, рәссам — Геннадий Скоморохов, композитор — Эльмир Низамов, балетмейстер — яҡташыбыҙ Сәлимә Әминева.
http://www.bashinform.ru/news/1223485-teatry-rossii-otmechayut-90-letie-chingiza-aytmatova-novymi-postanovkami-po-ego-knigam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика