06:30 (UTC+5), 12 Октябрь 2018

«Алтын йырҙар»: Башҡортостанда йәш башҡарыусылар өсөн яңы проект башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева. Башҡортостанда йәш һәм талантлы башҡарыусылар өсөн «Алтын йырҙар» проекты башлана. Проект Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында уҙғарыла.
Конкурстың бүләк фонды 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Шоуҙың бөтә этаптарын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин. Кастингтар 22-30 октябрҙә республиканың дүрт ҡалаһында — Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла һәм Сибайҙа ойошторола.
«Әгәр һиңә 16-30 йәш, башҡорт телендә йырлайһың икән — көсөңдө һынап ҡарарға кил! Төрлө форматтағы һәләтле йырсыларҙы — яңғыҙ башҡарыусыларҙы, дуэттарҙы, төркөмдәрҙе көтәбеҙ», — тип саҡыра ойоштороусылар.
Ҡатнашыу өсөн анкета тултырырға һәм башҡорт телендә музыкаль сығыш әҙерләргә кәрәк. Проектта ҡатнашыу бушлай.
Ошонда тулыраҡ мәғлүмәт алырға һәм ҡатнашыусының анкетаһын тултырырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1223200-altyn-pesni-v-bashkirii-startuet-novyy-proekt-dlya-molodykh-ispolniteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика