09:27 (UTC+5), 10 Октябрь 2018

Екатеринбургта Башҡорт мәҙәниәте фестивале уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 28 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә Свердловск өлкә халыҡ ижады һарайында XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале башлана. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышында ойошторола.
Фестивалдә Екатеринбург ҡалаһынан, Свердловск өлкәһенән, Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнаша. Фестивалдә сығыш яһау өсөн коллектив ойошторолоуҙың 25 йыллығына юбилей байрам программаһы менән Сибай концерт-театр берләшмәһе артистары килә.
Көндөҙгө сәғәт 2-лә IV «Башҡорттар — Уралда тау эшенә нигеҙ һалыусылар» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция асыла. Уралда тау-завод эшенә нигеҙ һалыу һәм уны үҙләштереү осоронда башҡорттар ҙур роль уйнаған. Башҡорттар элек-электән руда сығарыу эшен яҡшы белгән, был уларға артабан Урал металлургияһы үҫешенә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек биргән.
Конференцияла илебеҙҙең төрлө төбәктәренән Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдары фәнни докладтар менән сығыш яһай. Ғалимдар һәм академиктар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарының ғилми хеҙмәткәрҙәре үҙ сығыштарында Уралда металлургия производствоһының үҫеш тарихы, башҡорттарҙың ошо индустриялағы урыны һәм роле хаҡында һөйләй.
Мәҙәниәт һарайының мәрмәр залында Свердловск өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Урта Уралдың Традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге һәм Свердловск өлкә Милләт-ара китапханаһы архивтарынан алынған документаль материалдар нигеҙендә күсмә күргәҙмәләр ойошторола. Артабан конференцияның фәнни эштәрен баҫтырып сығарыу күҙаллана.
Сара Екатеринбург ҡалаһы, Фестиваль урамы, 12-се йорт, Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге адресы буйынса уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1222549-v-ekaterinburge-proydet-xvi-regionalnyy-festival-bashkirskoy-kultury/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика