11:29 (UTC+5), 10 Октября 2018

«Арҡайым» балеты авторҙары Ләйлә Исмәғилева һәм Андрей Петров Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе – баш балетмейстеры Андрей Петров «Арҡайым» балеты өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Премияны бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
«Республика көнө алдынан ошондай юғары награда алыу — ҙур баһа. Беҙҙе хуплағандарҙың барыһына ла — комиссияға, мәҙәниәт министрына һәм һеҙгә, Рөстәм Зәки улы, оло рәхмәт. Ошо спектаклде ҡуйған ижади төркөмгә — балетмейстер Андрей Петровҡа, рәссамдар Станислав Бенедиктовҡа, Ольга Полянскаяға, беҙҙе тәҡдим иткән театр коллективына рәхмәтлемен», — тине Ләйлә Исмәғилева премияны тапшырғандан һуң.
Ләйлә Исмәғилева — Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире. Уның балет ижад итеү идеяһы 1990 йылдарҙа боронғо ҡаласыҡтағы ҡаҙыу эштәрендә булып ҡайтҡандан һуң тыуған. Ошо уникаль урын һәм шунда йәшәгән ата-бабаларыбыҙ тураһында уй-фекерҙәр үҙенсәлекле музыкаль образдарға әүерелгән. «Арҡайым» балетының премьераһы 2005 йылда Башҡорт опера һәм балет театрында уҙҙы, 2017 йылда балет тергеҙелде.
«Арҡайым» — эксклюзив милли спектакль. Ул үҙендә бик күп мөһим сифаттарҙы туплаған. Тәү сиратта был композитор Ләйлә Исмәғилеваның яңы, ҡыҙыҡлы фольклор традициялары, үҙенсәлекле темалар менән байытылған музыкаһы, Андрей Петровтың талантлы хореографияһы. Шулай уҡ Станислав Бенедиктовтың үҙенә генә хас сәхнә биҙәлеше һәм Ольга Полянскаяның көнсығыш колориты менән һуғарылған костюмдары, — тип яҙа спектакль тураһында «Музыкаль миҙгелдәр» порталы. — Ләкин ошо компоненттарҙың һәр ҡайһыһы үҙенә башҡа түгел, ә бер-береһенә тура килеүе менән ҡиммәтле».
http://www.bashinform.ru/news/1222693-sozdateli-baleta-arkaim-leyla-ismagilova-i-andrey-petrov-poluchili-premiyu-im-s-yulaeva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика