10:40 (UTC+5), 09 Октября 2018

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙың береһе хәйриәлеккә йүнәлтелә

Рәиф Баҙиҡов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттарының береһе Энгель Зәйнетдинов премияның яртыһын хәйриәлеккә йүнәлтә. Журналист уны генерал Шайморатовтың һуңғы алышы булған һәм уның тәүге ерләнгән урынында — Луганск Республикаһының Штеревка ауылындағы мәктәп өсөн спорт ҡорамалы һәм инвентарь һатып алыуға бирергә уйлай.
Хәрби тарих, атап әйткәндә, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовтың данлы юлы — Энгель Зәйнетдинов эшмәкәрлеге йүнәлештәренең береһе. Уны авторҙың байтаҡ мәҡәләләре баҫылған «Ватандаш» журналы коллективы тәҡдим иткән. Уларҙың күбеһе нефть һәм газ сәнәғәте тарихына арналған.
Бөгөн Республика йортонда журналистарҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
«Журналист һүҙе йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Тап журналистар үҙҙәрендә барлыҡ яңылыҡтарҙы, ошо материалдарҙы анализлай һәм еткерә белеү оҫталығын туплай. Бигерәк тә республиканың 100 йыллығы алдынан журналистарҙың роле бермә-бер арта: беҙгә республиканың ойошторолоу, үҫеш һәм сәскә атыу тарихын, уның көслө төбәк булараҡ имиджын яҡларға тырышыуыбыҙҙы халыҡҡа еткерергә кәрәк», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Лауреттарҙы ҡотлап, вице-премьер журналистарға ҡәләм үткерлеге һәм йәш коллегаларын тәрбиәләүҙә ҡатнашыуҙарын теләне.
«Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Ҡаһарманова (Хәбилова) милли рухҡа арналған 30-ҙан ашыу публицистик мәҡәләләре өсөн бүләкләнде.
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы комментаторы Венера Ситдиҡова — тарих һәм күренекле шәхестәр тураһында радиотапшырыуҙар авторы — «Башҡорттар», «Рухиәт», «Яҙмыштарҙа — ил тарихы».
Премияға бөтәһе 15 журналист һәм бер ижади коллектив дәғүә итте. Бөгөнгә премияның күләме — 100 мең һум. Ошо көндәрҙә лауреаттар йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғына — Күгәрсен районына бара һәм изге йола буйынса мемориаль аллеяла ағастар ултырта.
http://www.bashinform.ru/news/1221954-odna-iz-premiy-imeni-shagita-khudayberdina-budet-napravlena-na-blagotvoritelnye-tseli-/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика