08:45 (UTC+5), 09 Октября 2018

Республикала йәшәүселәр Әлфиә Авзалова исемендәге фестиваль-конкурста ҡатнаша ала

Татар-информ
Татар-информ
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20-22 октябрҙә Ҡазанда Әлфиә Авзалова исемендәге Беренсе Халыҡ-ара фестиваль-конкурсы уҙа. Фестиваль девизы – «Музыка — донъя халыҡтары теле».
Әлфиә Авзалова (1933-2017) – тормошо һәм ижады Башҡортостан менән тығыҙ бәйле булған легендар йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы. Уның йырҙарын күп быуын тыңлаусылар ярата һәм улар баһалап бөтөргөһөҙ бик ҡиммәтле вокал башҡарыу сәнғәте байлығы булып тора.
«Татар-информ» хәбәр итеүенсә, 20-21 октябрҙә Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтында «Вокал», «Хореография» һәм «Нәфис һүҙ» номинациялары буйынса һайлап алыу турҙары уҙа. Бөгөнгө көнгә конкурста ҡатнашыуға бөтә донъя ҡатнашыусыларынан 240-ҡа яҡын ғариза килгән. Ғаризалар 10 октябргә тиклем ҡабул ителә.
22 октябрҙә «Пирамида» концерт-күңел асыу комплексында гала-концерт үтә. Гала-концертта конкурстың сит ил һәм Рәсәй лауреаттары һәм ҡунаҡтар сығыш яһай.
Фестиваль идеяһын Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов, күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре Роза Рымбаева, Полад Бюль Бюль Оглы, Ренат Ибраһимов, Альбина Шәһиморатова күтәреп алды. Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Венера Ғәниева жюри рәйесе булып сығыш яһай.
http://www.bashinform.ru/news/1221710-zhiteli-bashkortostana-mogut-prinyat-uchastie-v-festivale-konkurse-imeni-alfii-avzalovoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика