06:00 (UTC+5), 09 Октября 2018

Республика театрҙары яңы спектаклдәргә 52 миллион һум федераль субсидия ала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2018 йылда Башҡортостан театрҙары «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар — балаларға» һәм «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекттары сиктәрендә ижади эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүгә һәм техник йыһазландырыуға федераль һәм республика бюджеттарынан субсидия ала.
«Театрҙар — балаларға» проекты буйынса һигеҙ спекталь ҡуйыла:
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – З. Биишева повесы мотивтары буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» һәм А. Гриндың «Ал елкәндәр»е;
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – А. Тослтойҙың «Буратино»һы, Ш. Перроның «Ҡыҙыл кәләпүш»е һәм «Уйынсыҡтарҙың тылсымлы мажараһы»;
Сибай концерт-театр берләшмәһе составында «Сулпан» балалар театры – «Ете ҡыҙ», «Урал батыр» һәм «Алладиндың тылсымлы шәме».
2018 йылда Рәсәй бюджетынан дөйөм инвестициялар күләме 22 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, республика бюджетынан ҡушма финанслау – 3 миллион һумдан ашыу.
«Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты буйынса яңы биш спектакль сәхнәләштерелә:
Салауат дәүләт башҡорт драма театры – Г. Ғиззәтуллина повесы буйынса «Йәннәт һулышы»;
Стәрлетамаҡ ҡалаһы Дәүләт рус драма театры – Д. Фонвизиндың «Недоросль» комедияһы;
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе – В. Шекспирҙың «Дауыл»ы;
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры – И. Дилмөхәмәтовтың «Тере ер»е;
Туймазы дәүләт татар драма театры – А. Арбузовтың «Ҡаты уйындар»ы.
2018 йылда Рәсәй бюджетынан дөйөм субсидия күләме 29,7 миллион һум тәшкил итте. Башҡортостан бюджетынан ҡушма финанслау – 4 миллион һум.
2019 йылда проект йомғаҡтары буйынса традицион Балалар театрҙары һәм бәләкәй ҡалалар театрҙары декаднигы ойошторола.
«Театрҙарыбыҙ ныҡ ҙур ярҙам алды, шуға күрә яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары һатып алып, матур яңы спектаклдәр ҡуйып булды. Март айында федераль аҡсаға ҡуйылған спектаклдәр декаднигын уҙғарҙыҡ, был ваҡиға ҙур яңғыраш алды», — тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
http://www.bashinform.ru/news/1221525-teatry-bashkirii-poluchat-na-novye-postanovki-okolo-52-mln-rubley-federalnykh-subsidiy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика