12:39 (UTC+5), 09 Октябрь 2018

Өфөлә Башҡорт опера һәм балет театрының юбилейына «80 исем» тигән китап әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының юбилейына арналған «80 исем» китабын баҫтырып сығарырға әҙерләйҙәр. Был башланғыстың инициаторы — театрҙың генераль директоры Илмир Әлмөхәмәтов.
«Башинформ» агентлығына театр музейы мөдире Рәмилә Латипова һөйләүенсә, китаптың материалы ике ҙур бүлеккә — операға һәм балетҡа бүленгән. Һәр бүлектең йөкмәткеһен 80 артист, дирижер, режиссер, рәссам, концертмейстер һәм башҡа ижади хеҙмәткәрҙең исеме тәшкил итә. Ваҡыт арауығы — 1938 йылда театрға нигеҙ һалынғандан алып ХХI быуат башына тиклем.
«Китапҡа атҡаҙанған артист йәки эшмәкәр тигән маҡтаулы исем менән Башҡортостан тарихына яҙылған шәхестәрҙе индерҙек, — тине агентлыҡ әңгәмәсеһе. — Күптәре тураһында мәғлүмәтте бөртөкләп йыйырға тура килде — ҡайһыларын архивтан алдыҡ, ветерандар, шул кешеләрҙең уҡыусылары менән һөйләштек. Гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләрҙән дә өҙөктәр тупланған».
Һәр тексҡа иллюстрация бар. Әлеге ваҡытта китаптың дизайны өҫтөндә эш бара.
«80 исем» китабының исем туйын театрҙың 14 декабрҙә билдәләнгән юбилейы алдынан уҙғарыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1222177-v-ufe-k-yubileyu-bashkirskogo-teatra-opery-i-baleta-gotovitsya-kniga-80-imen-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика