10:39 (UTC+5), 08 Октябрь 2018

Өфөлә Рәсәйҙә Футбол буйынса донъя чемпионатына арналған балеттың премьераһы уҙҙы

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Тулы зал һәм футбол уйыны элементтары менән балет. Бындай тамашаның булғаны юҡ ине әле. Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Футболға!» балетының премьераһы уҙҙы.
Балетты 29 артист, Мәскәү хореографы Алексей Ищук, композитор Руслан Мурсякаев, рәссам Ирина Дерябина һәм ҡуйыусы дирижер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Герман Ким әҙерләп күрһәтте.
Сюжет мөхәббәт тарихына нигеҙләнгән: тамашасылар «modern dance» стилендәге ғәҙәти булмаған тамашаның геройҙары менән бергә профессионал һәм һәүәҫкәр командаларҙың уйынын күҙәтте, стадион трибунаһында булды һәм Уңыш, Атака, Һаҡланыу, Уҫаллыҡ, Ҡағиҙәләр, Допинг стихиялары менән танышты.
«Футболға!» балеты премьераһын «Өфө» футбол клубы тренерҙары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡараны. Вильям Оливейра тамашаға ҡатыны менән килгән. Тамашасылар араһында республика командаһының баш тренеры Сергей Томаров та бар ине.
Өфөлә балеттың премьераһы Футбол буйынса донъя чемпионаты барышында күрһәтелергә тейеш булһа ла, техник сәбәптәр буйынса 7 октябргә күсерелде.
http://www.bashinform.ru/news/1221455-v-ufe-sostoyalas-premera-baleta-posvyashchennogo-chempionatu-mira-po-futbolu-v-rossii-/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика