13:00 (UTC+5), 05 Октября 2018

Республикала Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһы лауреаттары булды. Тейешле бойороҡҡа бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Премия Энгель Зәйнетдиновҡа, Миләүшә Ҡаһармановаға (Хәбилова), Венера Ситдиҡоваға тапшырыла.
Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы — иҡтисади фәндәр кандидаты. Уны «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзитттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналы редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.
Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы — «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. Уны «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» гәзите редакцияһының ижади коллективы тәҡдим итте.
Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. Уны «Башкорттар», «Рухият», «Язмыштарза — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тәҡдим итте.
Премияны 9 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да республика йортонда тапшыралар.
http://www.bashinform.ru/news/1220915-v-bashkortostane-opredelili-imena-zhurnalistov-laureatov-premii-imeni-shagita-khudayberdina/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика