05:25 (UTC+5), 05 Октября 2018

Легендар «Каруанһарай» төркөмө солисы Мәхмүт Нәҙершин юбилей кисәһенә саҡыра

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2018 йыл легендар «Каруанһарай» башҡорт фольклор-рок төркөмөнөң төп составындағы бөтә артистары өсөн тиерлек юбилейлы булды. Шунлыҡтан популяр артистарҙың ижадын үҙ итеүселәргә йәнә уҙған быуаттың 90-сы йылдарына ҡайтып килеү, инде «ретро» категорияһына күскән шлягерҙарҙы хәтергә төшөрөү мөмкинлеге бирелде.
Ҙур ижади кисәләр менән юбилейҙарын «каруансылар» Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин билдәләне, алда – Мәхмүт Нәҙершиндың һәм Рәсүл Ҡарабулатовтың юбилей концерттары. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант (гитара, думбыра) һәм башҡарыусы автор Мәхмүт Нәҙершин 12 октябрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залына саҡыра.
Мәхмүт Нәҙершиндың данлыҡлы «Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?» йыры сағыу хиттарҙың береһе булып китте. Йыр бөтә республиканы урап сығып, башҡорт йәштәре гимнына әйләнде. Был концертта йыр яңыса яңғыраш ала, тәүгә ҡатын-ҡыҙҙар – популяр йәш йырсылар Зилиә һәм Юлиә Бәхтиевалар башҡарыуында яңғырай.
Концертта легендар «Каруанһарай» төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артистары Фәдис Ғәниев һәм Хәлит Фатыхов, республиканың атҡаҙанған артистары Лилиә Биктимерова һәм Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Рифат Шәрәфетдинов, «Ҡаруан» төркөмө, Зәйнетдин этно-шоу проекты, Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле ҡатнаша. Музыкаль композицияларҙы Милли йәштәр театры артистары Шәһит Хамматов һәм Зөлфәр Әхмәтовтың диалогы биҙәй.
«Концертта минең йырҙарым ғына түгел, концертта ҡатнашыусыларҙың хиттары ла башҡарыла. Элекке репертуарҙағы йырҙарҙы яңыртабыҙ, - тип һөйләне Мәхмүт Нәҙершин. - Ғөмүмән, йырҙарым күп түгел, әммә улар ҡабат-ҡабат, оҙаҡ яңғыраһын өсөн тырышам».
Мәхмүт Нәҙершин 1968 йылдың 19 майында Учалы районының Сураман ауылында тыуған. 1991 йылда «Драма театры һәм кино актеры» һөнәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Ижади эшмәкәрлеген 1995 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында «Каруанһарай» башҡорт фольклор-эстрада төркөмөндә солист булараҡ башлай. 30 йылға яҡын республиканың милли мәҙәниәтен пропагандалаған популяр төркөмдә ойошторолған көндән алып эшләй. Артист репертуарында – башҡорт халыҡ йырҙары һәм автор әҫәрҙәре. Шулай уҡ ул төркөм башҡарған байтаҡ йырҙарҙың талантлы аранжировкалаусыһы сифатында ла үҙен күрһәтте.
1 из 6
http://www.bashinform.ru/news/1220474-solist-legendarnoy-gruppy-karavansaray-makhmut-nadyrshin-priglashaet-na-yubileynyy-vecher/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика