10:11 (UTC+5), 05 Октября 2018

Башҡорт драма театры Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәргә сығырға йыйына

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәргә сығырға йыйына. Ошо хаҡта театрҙағы матбуғат конференцияһында һөйләнеләр
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда төп башҡорт театры үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Кисә театрҙа 99-сы ижад миҙгеле башланды.
Ҙур гастроль туры 2018 йылдың 11-14 октябрендә Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында «Һөйәһеңме — һөймәйһеңме» спектакле (Флорид Бүләков, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) менән башлана.
2019 йылдың 4-6 февралендә театр Мәскәүгә юллана һәм А.С. Пушкин исемендәге драма театры сәхнәһендә сығыш яһай. Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы гастролдәр барышында Гүзәл Яхинаның романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле сәхнәләштерелә.
2019 йылдың 3-7 апрелендә театр Ҡазанға бара, спектаклдәр Г. Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә күрһәтелә.
2019 йылдың июнендә Улан-Удэла Х. Намсараев исемендәге Бүрәт театры менән алмаш гастролдәр ойоштороу күҙаллана. Бүрәттәр Өфөгә яуап гастролдәре менән 2019 йылдың октябрендә килә.
Башҡорт театры Товстоногов исемендәге Ҙур драма театры (Санкт-Петербург) спектаклдәре менән дә алмаша. Был 2019 йылдың сентябрь башына билдәләнгән.
«Был — өс көнлөк, әммә театрыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә гастролдәр. Унда ла «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен сәхнәләштерәбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов.
7-10 ноябрҙә М.Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры менән алмаш гастролдәр ҡаралған. Әле режиссер Рифҡәт Исрафилов Мостай Кәримдең повесы буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектаклен әҙерләй.
Театрҙың әҙәбиәт бүлегендә әйтеүҙәренсә, Үзбәкстанда һәм Ҡаҙағстанда, шулай уҡ республика ҡалалары буйлап гастролдәр ойоштороу буйынса эш алып барыла.
http://www.bashinform.ru/news/1220731-bashkirskiy-dramteatr-sobiraetsya-v-yubileynyy-gastrolnyy-tur-po-rossii-i-zarubezhyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика