13:00 (UTC+5), 04 Октябрь 2018

«Мираҫ» миҙгелде премьера менән башлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ижади миҙгелде премьера менән аса. Коллектив 12 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә тамашасылар хөкөмөнә «Башҡорт балы» вокаль-хореография композицияһын тәҡдим итә.
«Мин бейеүҙе нисегерәк ҡыҙыҡлы, сағыу, мәғәнәле итеү хаҡында уйланым. Бал мискәләре менән ябай номер күрһәтергә теләмәнек. Шул рәүешле сәскәләр менән ожмах баҡсаһы һәм нектар йыйыусылар идеяһы тыуҙы», — тип һөйләй яңы тамашаның авторы Валерий Анучин (Мәскәү).
Шул уҡ көндә Өфө тамашасыларын «мираҫтар» башҡарыуында тағы ла бер премьера – «Imagine» вокаль тамашаһы көтә. «Мираҫ» артистары Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында «Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы» фестивален асыу тантанаһында ла тап уны башҡарҙы.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле республиканың халыҡ жанрында эшләгән билдәле коллективтары иҫәбенә инә. Сирек быуат эсендә бай репертуар тупланған.
http://www.bashinform.ru/news/1220033-ansambl-miras-otkroet-sezon-premeroy-novoy-postanovki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика