04:25 (UTC+5), 04 Октябрь 2018

Башҡортостандың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарын «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 15 октябрҙә Башҡортостанда йыл һайын уҙғарылған «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы башлана.
Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән йәмәғәтселәр, активистар һәм инициативалы профессиональ ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
15 ғинуарға тиклем урындарҙа район һәм ҡала этаптарын уҙғарыу күҙаллана. 1 февралдән муниципаль этаптарҙа еңеүселәрҙе республика финалына һайлап алыу башлана. Бүләкләү тантанаһы менән финал сараһын 5 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрергә ҡарар ителгән.
«Әле конкурс шарттары өҫтөндә эш бара. Элек 10 номинация булһа, хәҙер исемлек киңәйә, - тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина. - Был юлы башта Йыйын (форум) уҙғарыу күҙаллана. Унда республикабыҙ тарихында күренекле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын хәтергә алырбыҙ. Һуңынан бүләкләү тантанаһы мәҙәни программа менән бергә була».
Өсөнсө «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы финалы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнала. Конкурс еңеүселәренә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ойошторған Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1219826-aktivnykh-zhenshchin-bashkortostana-priglashayut-na-konkurs-zhenshchina-mat-natsii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика