12:45 (UTC+5), 02 Октября 2018

Өфөлә Һиндостандың «Бхарти Бандху» төркөмө берҙән-бер концерт менән сығыш яһай

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 7 октябрҙә Өфөлә Һиндостандың «Бхарти Бандху» төркөмө берҙән-бер концерт менән сығыш яһай. Рәсәйҙә «Дуҫлыҡ-Дости – 2018» Һиндостан фестивале барышындағы концерт Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү ирекле.
Ағалы-ҡустылы Бхартиҙар суфыйҙар музыкаһын башҡара. Бхаджандарҙың Рам Аллаһы, Кришна Аллаһы, Матаджи һәм Шива Хоҙайына арналған йырлау сәнғәтен улар ата-бабаларынан отоп алған һәм күп йыллыҡ башҡарыу тәжрибәһенә эйә. «Бхарти Бандху» төркөмө лидеры сәнғәткә ҙур өлөш индергәне өсөн «Падма Шри» наградаһына лайыҡ булған.
«Бхарти Бандху» башҡарыу стиле һәм алымы менән бөтә донъяла танылыу яулаған. Улар 47 йыл ғүмерен дини музыкаға хеҙмәт итеүгә арнаған. Һиндостанда төркөм сараларҙа даими сығыш яһай. «Бхарти Бандху» Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка һәм Маврикий кеүек илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөп сыҡҡан.
Һиндостандың күләмле «Дуҫлыҡ-Дости» фестивале («дости» хинди телендә «дуҫлыҡ»ты аңлата) Рәсәйҙең 22 ҡалаһында уҙа. Фестиваль бер ай элек Кремль һарайында асылды. Киләһе йылдың 31 мартына тиклем дауам иткән байрамда 34 сара үткәрелә. Уларҙа 58 һинд артисы, йырсылар, бейеүселәр, рәссамдар, музыканттар һәм башҡа ижади һөнәр эйәләре ҡатнаша.
Белешмә. Ошондай күләмдәге һинд фестивале бер тапҡыр, 1987 йылда ғына ойошторолған. Ул саҡта ла сараны асыу тантанаһы Кремлдең съездар һарайында уҙған. Сара юғары кимәлдә, Советтар Союзы президенты Михаил Горбачев һәм һинд премьер-министры Раджив Ганди ҡатнашлығында үткән. Һиндостан илселегендә 2018 йылда Рәсәйҙә күләмле мәҙәниәт фестивален ойоштороу идеяһы былтыр рәсәйҙәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған «Намасте, Рәсәй!» мәҙәни сараһы уңышлы үткәндән һуң барлыҡҡа килгән.
http://www.bashinform.ru/news/1218990-v-ufe-s-edinstvennym-kontsertom-vystupit-gruppa-iz-indii-bkharti-bandkhu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика