06:40 (UTC+5), 02 Октября 2018

Баш ҡалала мода дефилеһы тәүгә Халыҡ ҡоралдары оркестры оҙатыуында үтә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә мода дефилеһы тәүгә Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры оҙатыуында үтә. 6 октябрҙә «Еңел сәнәғәт – Өфө» күргәҙмәһе сиктәрендә этно-показдар Өфөнән, Мәскәүҙән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан яңы коллекциялар тәҡдим итә.
Дефилены ойоштороусы – fashion-модель, Stikhia студияһы етәксеһе, халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары еңеүсеһе, Moscow Fashion Week, Estet Fashion Week, Belarus Fashion Week ҡатнашыусыһы Эльвира Ишморатова.
«Башинформ» агентлығына модель һөйләүенсә, ул Өфөлә уҙған Этнотөндә һәм Башҡорт филармонияһының «Ел тыуҙырған моң» проекты сиктәрендә баш дирижер һәм художество етәксеһе Линар Дәүләтбаев идаралығында оркестрҙың уйнауы менән хайран ҡалған.
«Ошондай форматта мода күрһәтеү Өфөлә тәүгә уҙа. Мин яңы идеялар һәм матур биҙәлеш яратам. Был республикала, бәлки Рәсәйҙә лә булмаған уникаль һәм матур тәжрибә, - тип һөйләне Эльвира Ишморатова. - Минең Зәйнетдин көйөнә һәм милли ҡоралдарға показдар ойоштороу, башлап торған һәм халыҡ-ара дизайнерҙар менән уңышлы эшләү тәжрибәм бар. Хәҙер модалы халыҡ-ара коллекцияларҙы оркестр башҡарыуында башҡорт көйөнә күрһәтергә мөмкин».
Милли халыҡ ҡоралдары оркестры – Башҡортостандың визит карточкаларының береһе. Коллектив тарихына 17 йыл. Оркестрҙың яңыраҡ донъя шаулатҡан проекттарының береһе Шүлгәнташ мәмерйәһендәге сығышы булды.
http://www.bashinform.ru/news/1219008-v-ufe-vpervye-modnoe-defile-proydet-v-soprovozhdenii-orkestra-narodnykh-instrumentov-/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика