07:00 (UTC+5), 01 Октября 2018

Марсель Сәлимов Башҡортостандан Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби форумда ҡатнашты

Чжан Сюй, Татьяна Суздальская, Николай Дорошенко
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм ғалимдары төркөмө Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Сәфәрҙе Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм Шанхай сит телдәр университетының Донъя әҙәбиәте институты ойошторҙо. Халыҡ-ара форумда Башҡортостандан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-сатирик, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Маресль Сәлимов (Мар.Сәлим) ҡатнашты.
Делегацияға Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең күренекле яҙыусылары һәм шағирҙары инде.
Сәфәрҙең тәүге көнөндә Рәсәй ҡунаҡтарын Донъя әҙәбиәте институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Чжен Тиу ҡабул итте. Шанхай университетында Рәсәй ҡаурый оҫталарының Ҡытай студенттары һәм уҡытыусылары, рус теле тәржемәселәре һәм белгестәре менән ижади осрашыуҙа тормошобоҙҙа әҙәбиәттең роле һәм урыны, тәржемә проблемалары һәм ҡыйынлыҡтары, әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу перспективалары тураһында һүҙ барҙы.
Әҙәби форум сиктәрендә Шанхай Әҙәбиәтселәр йортонда, Ҡытай яҙыусылары ҡулъяҙмалары китапханаһында, бөйөк Ҡытай шағиры Лу Синь йорт-музейында нәшриәтселәр, яҙыусылар һәм уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Мәрсель Сәлимов Ҡытай дуҫтарына Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара әҙәби һәм мәҙәни саралар, республиканың Ҡытай Халыҡ Республикаһының айырым провинциялары менән ныҡлы иҡтисади бәйләнештәре тураһында һөйләне. Марсель Сәлимов, башҡорт һәм рус телендә шиғырҙар уҡып, Шанхай китапханаларына китаптарын бүләк итте.
«Ҡытай дуҫтарыбыҙҙың хеҙмәт уңыштары ҡыуандырҙы, - тип һөйләне ул. - Шанхай – бик матур һәм уңайлы ҡала, асылда көньяҡ-көнсығыш Азияның мәҙәни үҙәге булып тора. Беҙгә, Рәсәй халҡына, бында бик йылы һәм дуҫтарса, туғандарса ҡарайҙар тип әйтергә мөмкин. Әҙәби десанттың Шанхайға төп маҡсаты ирешелде – Рәсәй һәм Ҡытай яҙыусылары араһында тығыҙ ижади бәйләнештәр булдырылды. Профессор-русист Чжэн Тиу кеүек кешеләргә була әҙәбиәтселәребеҙ, халыҡтарыбыҙ, илдәребеҙ араһында дуҫлыҡ күперҙәре барлыҡҡа килә».
Әҙәби форум сиктәрендә Мәскәүҙә 3000 дана булып сыҡҡан «Мәскәү–Шанхай. 2018» махсус йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Был йыйынтыҡта Мар.Сәлимдең сатирик һәм юмористик хикәйәләре, шулай уҡ автор тураһында биографик мәғлүмәт баҫылып сыҡҡан.
Мәскәүгә ҡайтҡас Мәрсель Сәлимов Рәсәй Яҙыусылар союзы Секретариаты ултырышында Ҡытайға сәфәре тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
1 из 12
http://www.bashinform.ru/news/1218535-marsel-salimov-predstavil-bashkortostan-na-mezhdunarodnom-literaturnom-forume-v-shankhae/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика