05:30 (UTC+5), 01 Октября 2018

Башҡорт филармонияһы 80-се юбилей миҙгелен аса

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 80-се юбилей миҙгелен аса.
5 октябрҙә филармонияның Ҙур залында «ФиларМОҢиЯ» концерты уҙа.
«Был көндәрҙә филармонияла репетициялар бара. Байрам кисәһенә бөтә дуҫтарҙы, яратҡан тамашасыларҙы, шулай уҡ баш ҡала ҡунаҡтарын саҡырабыҙ», — тип хәбәр итте филармонияның матбуғат секретары Ирина Захарова.
Концертта филармонияның бөтә ижади көстәре: солистары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Фәҙис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Лилиә Ишемйәрова, Заһир Иҫәнсурин, Фларида Иркина, Дамир Тайыпов, «Далан», «Ҡарауан», «Арғымаҡ» төркөмдәре, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры, ижади коллективтары – Олег Киреевтың «Орлан» этно-джаз ансамбле, Линар Дәүләтбаев етәкселегендә Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, филармония балеты артистары һәм башҡалар ҡатнаша.
Концерт режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, сценарий авторы – Оксана Иванова, балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмиҙә Мөхәмәтшина.
http://www.bashinform.ru/news/1218525-bashkirskaya-filarmoniya-otkryvaet-yubileynyy-80-y-sezon-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика