09:20 (UTC+5), 27 Сентября 2018

Өфөлә симфоник оркестр менән кларнетсы Тимур Ғимранов сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры «Брамс. Вебер» программаһына саҡыра.
Кисәнең тәүге бүлексәһендә Карл Мария фон Вебер музыкаһы – «Ирекле уҡсы» операһына Увертюра һәм оркестр менән кларнет өсөн 2-се концерт яңғырай.
Яңы миҙгелдә оркестрға сығасаҡтарҙың береһе халыҡ-ара конкурстар лауреаты, күренекле Өфө кларнетсыһы Тимур Ғимранов була. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлаған Тимур Ғимранов юғары белем тураһында диплом алғандан һуң бер нисә йыл Францияла һәм Швейцарияла стажировка үтте, һуңынан тыуған Өфөгә ҡайтты.
Программаның икенсе бүлексәһе афишаһында Иоганнес Брамстың 1-се симфонияһы билдәләнгән. Дирижер – Камил Абдуллин. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә. Киске сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1216821-v-ufe-s-simfonicheskim-orkestrom-vystupit-klarnetist-timur-gimranov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика