11:20 (UTC+5), 24 Сентября 2018

Татарстан башҡорттары Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстан башҡорттары Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримде (1919-2015) хөрмәтләп иҫкә алды.
Сара Түбәнге Кама ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда үтте. Яҙыусы үлгән көндө «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ағзалары йыйылды.
«13 йыл эргәбеҙҙә бөйөк Мостай Кәрим юҡ» кисәһенә килгәндәр халыҡ шағирының биографияһы һәм ижады менән танышты.
«Мостай Кәримдең шиғырҙарын ҙур тулҡынланыу менән рус, татар, башҡорт телдәрендә уҡынылар, яҙыусы менән шәхсән аралашыу тураһында хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Уның нисек китаптар бүләк итеүен һөйләнеләр, Түбәнге Камала бергәләп «Етегән шишмә» әҙәби-музыкаль кисәне уҙғарыуҙарын хәтергә төшөрҙөләр», —тип һөйләне «Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Ғәли Хәсәнов. - Мостай Кәримдең хәтер кисәһе йылы тәьҫораттар бүләк итте, ул оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыр».
«Беседы с мудрецами» циклынан Мостай Кәрим тураһында документаль фильм сарала айырым урын алды.
Ғәҙәттәгесә, кисәнең рәсми өлөшөнән һуң, бәлеш һәм ғөбәҙиә менән сәй эскәндә башҡорт телендә баянға Мостай Кәримдең шиғырҙарына яҙылған йырҙар йырланылар.
http://www.bashinform.ru/news/1215102-bashkiry-tatarstana-pochtili-pamyat-mustaya-karima/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика