03:50 (UTC+5), 24 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Мостай Кәримдең ҡәберенә сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үлгән көндө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уның ҡәберенә сәскәләр һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда яҙыусының тыуыуына 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ юбилей хөрмәтенә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда байрам саралары уҙа. Уларға әҙерлек барышы үткән көндәрҙә төбәк ойоштороу комитеты ултырышында тикшерелде.
Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) – Рәсәй һәм Башҡортостан әҙәбиәтенең танылған классигы, яҙыусы, драматург, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ-ара премияһы лауреаты, бик күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры. Уның ҡаурыйынан илебеҙҙең һәм донъя әҙәбиәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр – «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Өс таған», «Ярлыҡау» повестары сыҡҡан. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре донъялағы күп телдәргә тәржемә ителгән. Уның исеме Рәсүл Ғамзатов, Кайсын Кулиев, Давид Кугультинов, Сыңғыҙ Айтматов кеүек СССР-ҙың милли әҙәбиәтенең арҙаҡлы вәкилдәре менән бер рәттә тора.
http://www.bashinform.ru/news/1214677-rustem-khamitov-vozlozhil-tsvety-k-mogile-mustaya-karima/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика