11:52 (UTC+5), 24 Сентябрь 2018

CИОФФ президенты: «Башҡортостандың һәм унда йәшәүселәрҙең ни тиклем ҡунаҡсыл булыуын бөтә илдәр ҙә күрер»

Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) конгресы тамамланды. Сараны ябыу тантанаһы 23 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда уҙҙы.
СИООФ Президенты Филипп Боссан съезды юғары кимәлдә ойошторғаны һәм уҙғарғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.
«Был СИООФ тарихында иң яҡшы конгрестарҙың береһе булды. Республика Башлығына, Рәсәй һәм Башҡортостан хөкүмәтенә рәхмәтлемен. Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ, бөтәһе лә яҡшы үтте. 2020 йылда беҙҙе Бөтә донъя фольклориадаһы көтә. Ике йылдан бөтә илдәр ҙә Башҡортостандың һәм унда йәшәүселәрҙең ни тиклем ҡунаҡсыл булыуын күрер», — тип билдәләне Боссан әфәнде.
В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова башҡарылған эштең мөһимлеген билдәләне.
«Ике аҙна бик тиҙ үтеп китте, сөнки улар әүҙем эшкә бай ине. Бында бер идея – фольклорҙы, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау, уны үҫтереү һәм популярлаштырыу идеяһы менән янған кешеләр йыйылды. Беҙҙең эшебеҙ халыҡтарҙы һәм ҡитғаларҙы берләштерә, бар халыҡтар араһында дуҫлыҡты, һөйөүҙе, тыныслыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу сараһы булып тора. Ике йылдан йәнә осрашырбыҙ. Был СИООФ тарихында иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ фольклориада булыр тип ышанғы килә», — тине ул.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова СИОФФ-ҡа илдәр араһында мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса тәжрибә алмашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул СИОФФ советы ағзалары башҡарған ғәйәт ҙур хеҙмәтте билдәләне.
Киләһе Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) конгресы 2019 йылдың октябрендә Чилиҙың баш ҡалаһы Сантьягола уҙа. Өфөлә конгресты ябыу тантанаһында Чили делегацияһына СИОФФ конгресы флагы тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресы 2020 йылдағы VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙҙы. Форум 11 көн дауам итте. Уның эшендә донъяның 54 иленән 200 вәкил ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар - Бөтә донъя Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы.
1 из 8
http://www.bashinform.ru/news/1215338-prezident-sioff-vse-strany-uvidyat-naskolko-gostepriimen-bashkortostan-i-ego-zhiteli/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика