05:28 (UTC+5), 20 Сентябрь 2018

Фольклориада – Башҡортостанға бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек– СИОФФ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек. Был хаҡта «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) рәйесе Филипп Боссан белдерҙе.
«Беҙҙең ойошма йыл һайын бөтә донъяла 400-гә яҡын фестиваль уҙғара, һәм мин Рәсәйҙең унда әүҙем ҡатнашыуына бик шатмын. Быларҙың барыһы ла төрлө милли мәҙәниәттәр вәкилдәре араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты яйға һалыу өсөн эшләнә.«Фольклориада-2020» – Башҡортостанға бик күп кешеләрҙе үҙенең мәҙәниәте менән таныштырыу һәм бар донъяла танылыу яулау өсөн шәп мөмкинлек», — тип билдәләне СИОФФ башлығы.
Өфөлә 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресы асыла, унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға донъяның 60 иленән 200-гә яҡын делегат килгән, тине ул. Уларҙың һәммәһе лә ирекмәндәр. Әйтәйек, Боссан әфәнде — Франциянан. Уның төп эше Парижда урынлашҡан, ләкин ул СИОФФ өсөн бөтә эштәрҙе бөтөнләй бушлай башҡара.
Филипп Боссан һүҙҙәренсә, Конгрестың төп темаһы — фольклор традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү. Шулай уҡ Фольклориада буйынса комитет ағзаларына Өфөлә «Фольклориада-2020»-не уҙғарыу барышында йәлеп ителергә тейешле объекттарға инспекция үткәреү бурысы тора.
Матбуғат конференцияһында Фольклориаданы асыу һәм ябыу саралары өсөн майҙансыҡтар сифатында файҙаланыу ҡаралған урындар ҙа иғлан ителде. Улар — «Аҡбуҙат» һәм «Өфө-Арена».
«Фольклориаданы ябыу сараһын «Өфө-Арена»ла уҙғарыу күҙаллана. Бәлки, был үбеҙҙең Рәсәй мәҙәниәтен сағылдырған боҙ шоуы булыр, — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Салауат Сәғитов. — Бынан тыш, Фольклориада барышында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында саралар планлаштырылған. Беҙ республикабыҙ ҡунаҡтары Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтенең бөтә байлығын һәм төрлөлөгөн күрһен өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ».
Шуны өҫтәп үтәйек: 21-23 сентябрҙә Өфөлә мәҙәниәт һәм халыҡ ижады мәсьәләләре буйынса III Евразия Халыҡ-ара Гуманитар форумы була. Ул ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында 48-се Бөтә донъя конгресы һәм СИОФФ Генераль Ассамблеяһы саралары барышында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1213535-folkloriada-otlichnaya-vozmozhnost-dlya-bashkirii-stat-izvestnoy-na-ves-mir-sioff/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика