04:10 (UTC+5), 20 Сентября 2018

Өфөлә Владимир Спиваковтың Скрипкасылар конкурсы финалсылары иғлан ителде

Георгий Шишкин
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы финалсылары иғлан ителде.
Ете ярым финалсынан өсөнсө турға Мария Дуэньяс (Испания), Иссеи Курихара (Япония), Фёдор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй) үттеләр.
«Музыканттарҙы тыңлағандар өсөн һөҙөмтәләр көтөп алынған булды. Һис шикһеҙ, һәр кем үҙенеке өсөн борсолдо, әммә был дүртәү – беренсенән, ысын профессионалдар, улар бөтә нәмәне лә белә, икенсенән, - улар оркестр менән сығыш яһарға лайыҡ. Шулай итеп иртәгә һеҙҙе бик сағыу концерт көтә», — тип комментарий бирҙе Өфө скрипкасыһы һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов.
Бөгөн, 20 сентябрҙә, конкурстың өсөнсө туры уҙа, музыканттар Рәсәйҙең Милли филармония оркесты солистары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры менән уйнай. Дирижер пульты артында күренекле Эстония музыканты Михаил Герц була.
20 сентябрҙә Өфө сәнғәт училищеһында конкурстың жюри ағзалары Цянь Чжоу (Сингапур) сәғәт 12-нән 2-гә тиклем һәм Такаси Симидзу (Япония) 2-нән 4-кә тиклем оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
21 сентябрҙә жюри рәйесе Михаил Копельман (АҠШ) һәм жюри ағзаһы Борис Кушнир (Австрия) тәжрибәләре менән уртаҡлаша.
Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсын Башҡортостан Башлығы булышлығында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте уҙғара.
Конкурс ысынбарлыҡ режимында конкурстың рәсми сайтында: [u]http://vsvc.org/streaming[/u]; «Культура.РФ» порталында: https://[u]www.culture.ru/#2842[/u] һәм FB-тағы рәсми берләшмәлә: https://[u]www.facebook.com/vsvc.org[/u] күрһәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1213506-v-ufe-nazvali-imena-finalistov-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova-/
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика