11:24 (UTC+5), 20 Сентябрь 2018

Өфөлә күренекле балет артисы Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйыу» объекты буйынса инженер-эҙләнеү эштәрен башҡарыуға электрон аукцион иғлан ителде. Ошо хаҡта дәүләт һатып алыуҙарының рәсми сайтында хәбәр ителә. Был процедураға Өфө бюджетынан яҡынса 336 мең һум аҡса бүлергә әҙерҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Ҡазан архитекторҙары бөтә донъяла танылған балет артисына һәйкәл ҡуйыу тураһында белдергәйне. Әле Татарстандың баш ҡалаһында Зураб Церители эшләгән монументты ҡуйыу өсөн урын эҙләйҙәр.
Белешмә
Рудольф Нуреев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуацияна. Өфөлә балалар фольклор ансамблендә бейей, Мәҙәниәт һарайында ошонда һөргөнгә ебәрелгән Петербург балеринаһы Анна Удальцовала шөғөлләнә.
Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ бейеүсе хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.
http://www.bashinform.ru/news/1213918-v-ufe-planiruyut-ustanovit-pamyatnik-vydayushchemusya-artistu-baleta-rudolfu-nureevu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика