09:35 (UTC+5), 20 Сентябрь 2018

Өфөлә ғалимдар Мөхәмәтша Буранғолов дәүерен һәм «Урал батыр» эпосын тикшерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Мөхәмәтша Буранғолов — сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре» тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция була, сара уның тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған.
Конфереция эше М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының конференциялар залында 2018 йылдың 26 октябрендә ойошторола.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йыйылыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса сығыш яһай:
1. ХХ быуат башындағы башҡорттарҙың милли яңырыуы: М.А. Буранғоловтың ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ формалашыуы.
2. Башҡорт драматургияһы һәм М.А. Буранғоловтың уның үҫешенә индергән өлөшө.
3. «Урал батыр» эпосы заманса сәнғәттә, әҙәбиәттә һәм философияла.
4. М. А. Буранғолов - Башҡортостанда академик фольклористикаға нигеҙ һалыусы.
5. ХХ быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан тарихында М. Буранғолов дәүере.
6. Эпик сәсәнлек - донъя халыҡтары мәҙәниәтенең үҙенсәлекле күренеше.
7. Сәсәнлек сәнғәтенең хәҙерге торошо һәм формалары.
Конференцияла ҡатнашыуға ғалимдар, уҡытыусылар, аспиранттар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре саҡырыла.
Ҡатнашыу бушлай. Эштәрҙе 2018 йылдың 20 октяренә тиклем kafedraistoriirb2017@yandex.ru, ddn_kadr@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Мөхәмәтша Буранғолов — драматург, фольклорсы, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеүсе һәм фольклор йыйыусы, Башҡорт АССР-ының халыҡ сәсәне, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
http://www.bashinform.ru/news/1213606-v-ufe-uchenye-issleduyut-epokhu-mukhametshi-burangulova-i-epos-ural-batyr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика