03:50 (UTC+5), 18 Сентября 2018

Ярославлдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт театрына Федор Волков исемендәге Премияны тапшырҙылар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Федор Волков исемендәге Ярославль драма театры сәхнәһендә XIX Халыҡ-ара Волков фестивале асылды.
Сара сиктәрендә Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл абруйлы премия лауреаттары иҫәбендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры.
Премияны тапшырыу тантанаһында Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнашты. Башҡорт театры Рәсәйҙең театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Премия махсус бүләктән, дипломдан һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләктән тора.
Кисә шулай уҡ фестивалде асыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Башҡорт театрының художество етәксеһе Олег Ханов, «Тирмәкәй» Вологодск өлкә ҡурсаҡ театры директоры Елена Бухарина, Ярославль өлкәһенең Мәҙәниәт департаменты директоры Марина Васильева, XIX Халыҡ-ара Волков фестиваленең башҡарма директоры Татьяна Цветкова ҡатнашты.
«Башҡорт драма театры коллективы 20 сентябрҙә Ярославлгә юллана. 21 сентябрҙә беҙҙең театр Ярославлдә Гүзәл Яхинаның танылған романы буйынса режиссер Айрат Абушахмановтың донъя шаулатҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен уйнай», - тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Динара Ҡәйүмова.
1 из 6
http://www.bashinform.ru/news/1212325-v-yaroslavle-bashkirskomu-teatru-im-m-gafuri-vruchili-premiyu-imeni-fedora-volkova/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика