06:25 (UTC+5), 18 Сентября 2018

Өфө китапханаһы Гүзәл Яхина менән онлайн осрашыу ойоштора

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 18 сентябрҙә, Өфөлә күренекле Рәсәй яҙыусыһы Гүзәл Яхина менән онлайн осрашыу үтә. «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм «Балаларым минең» романдары авторы менән уҡыусыларҙың осрашыуы Үҙәк ҡала китапханаһында (Комсомол урамы, 138) көндөҙгө сәғәт 3-тә була. Теләүселәр өсөн инеү ирекле.
Гүзәл Яхинаның ХХ быуаттың 30-сы йылдарын кулак мөһөрө тағылған татар ҡыҙы тураһында «Зөләйха күҙҙәрен аса» тигән тәүге китабы бестселлерға әйләнде һәм донъяның 20 теленә тәржемә ителде. Китап буйынса тәүге театр постановкаһы Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡуйылды. Гүзәл Яхина махсус рәүештә Өфөгә килде һәм режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен юғары баһаланы.
Алдан «Рәсәй-1» каналы роман менән ауаздаш «Зөләйха күҙҙәрен аса» сериалын төшөрә башланы тип хәбәр ителгәйне. Унда төп ролде актриса Сулпан Хаматова башҡара.
http://www.bashinform.ru/news/1212493-ufimskaya-biblioteka-organizuet-onlayn-vstrechu-s-guzel-yakhinoy-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика