09:48 (UTC+5), 17 Сентябрь 2018

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тарихи концерт ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үтте

Башҡорт дәүләт филармонияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Шәмбе, 15 сентябрҙә, Башҡортостан Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының тарихи концерты уҙҙы, унда бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Коллективтың Көньяҡ Уралдың иң ҙур һәм серле мәмерйәһендәге беренсе сығышы Өфөлә 48-се Бөтә донъя СИООФ (фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы) конгресы барышында уҙҙы. 2020 йылда Башҡортостанда үтергә тейешле Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан конгреста ҡатнашыусылар Шүлгәнташ мәмерйәһенә барҙы һәм ошо үҙенсәлекле ваҡиғаның шаһиты булды.
Башҡортостан Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев әйтеүенсә, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге сығыштың программаһында 15 әҫәр булырға тейеш ине. Улар — аутентик ҡурай, башҡорт йыры, хәҙерге башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре. Шулай уҡ «Йатаған» этно төркөмө солистары Илдар Шакиров (думбыра, ятаған) һәм Рәсим Лоғаманов (һуҡма), шулай уҡ билдәле башҡарыусы Марсель Ҡотоев менән берлектә сығыш яһау ҡаралғайны.
Тағы ла шуны әйтеп үтәйек: Башҡортостан Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының Шүлгәнташ мәмерйәһендә сығыш яһауы тураһында яңылыҡ социаль селтәрҙәрҙә әүҙем фекер алышыу тыуҙырҙы.
Блогерҙар коллективтың сығыш яһауы кире эҙемтәләргә, таштарҙың эрозияһына килтереүе мөмкин тигән фекер белдерҙе. «Башинформ» агентлығы журналисы акцияны ойоштороусыларға һәм ғалимдарға аңлатма биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте һәм мәмерйәләге концерт бер ниндәй емерелеүгә килтерергә тейеш түгеллеген асыҡланы.
http://www.bashinform.ru/news/1211691-istoricheskiy-kontsert-v-svode-peshchery-shulgan-tash-proshel-bez-ekstsessov/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика