12:08 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Шүлгәнташ мәмерйәһендә тәүге тапҡыр оркестр сығыш яһай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Шүлгәнташ мәмерйәһе залында концерт бирә.
Сара 15 сентябрҙә 48-се Бөтә донъя СИООФ (фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы) конгресы барышында ойошторола. Конгресс Өфөлә 15-25 сентябрҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан уҙғарыла.
Шүлгәнташ мәмерйәһендә уйнау тәҡдимен оркестр шатланып һәм дәртләнеп ҡабул итте, тип белдерҙеләр Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә. Донъяла ошондай тәжрибә бар, республикабыҙҙа иһә был тәүге тапҡыр ойошторола.
«Беҙ ошондай ғәҙәти булмаған майҙансыҡта тәүге тапҡыр сығыш яһайбыҙ. Шунда уҡ мәмерйәнең бер нисә залында яңғыраш нисек булырын ҡарап сығыу идеяһы тыуҙы. Был артабан унда ҙур концерт программалары өсөн этәргес бирергә тейеш. Киләсәктә бындай концерттар йолаға әүерелер тип ышанабыҙ, сөнки был республикала ваҡиғалар туризмын үҫтерү йүнәлештеренең береһе!» — ти Башҡортостан Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев.
Оркестр 15 әҫәрҙән торған программа тәҡдим итә. Улар — аутентик ҡурай, башҡорт йыры, хәҙерге башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре.
Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән «Йатаған» этно төркөмө солистары Илдар Шакиров (думбыра, ятаған) һәм Рәсим Лоғаманов (һуҡма), шулай уҡ филармония йырсыһы Марсель Ҡотоев сығыш яһай.
«Унда оркестрҙың нисек яңғыраясағын аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Беҙҙең менән билдәле тауыш режиссеры Михаил Кузьмичев бара. Мәмерйәгә зыян килтермәҫ өсөн уйын ҡоралдарының тауышын баҫабыҙ. Телевидение ла сығышыбыҙҙы төшөрөргә йыйына, һәм үҙебеҙ ҙә, әлбиттә, концертты фотоға һәм видеоға төшөрөргә тырышырбыҙ», — тине Линар Дәүләтбаев.
Бөтә донъя СИОФФ конгресы йыл һайын ойошмала ағза булып торған төрлө илдәрҙә уҙғарыла. Республикала ошо әһәмиәтле сараны уҙғарыу СИООФ етәкселегенә һәм ағзаларына Башҡортостан менән яҡынданыраҡ танышырға һәм 2020 йылда Фольклориадала файҙаланыу өсөн күҙалланған инфраструктураны өлөшләтә һынап ҡарарға мөмкинлек бирергә тейеш.
Бөтә донъя конгресы 11 көн дауам итә, уның эшендә донъяның 60 иленән СИОФФ башҡарма комитетының һәм милли секцияларының 200 вәкиле ҡатнаша. Сара ҡаланың бер нисә майҙансығында: «Шератон» отелендә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, Конгресс-холда уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1210457-v-peshchere-shulgan-tash-vpervye-vystupit-orkestr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика