Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2018, 15:34

«Өфөлә Шаляпин кисәләре» фестивале «Фауст» операһының премьераһы менән асылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шарль Гуноның «Фауст» операһы Башҡорт опера һәм балет сәхнәһенә әйләнеп ҡайтты. 81-се театр миҙгеле һәм XVI «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара фестивале премьера менән асылды.
«Фауст» — Башҡорт театры тарихында тәүге операларҙың береһе. Ул 1939, 1950, 1961, 1978, 1999 һәм 2007 йылдарҙа ҡуйылған. Яңы спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — өфөләргә яҡшы таныш режиссер, «Алтын битлек» лауреаты Георгий Исаакян. Был уның Өфө сәхнәһендәге бишенсе спектакле.
Донъя опера репертуарындағы иң популяр операларҙың береһендә һәр режиссер үҙенең темаларын эҙләй, үҙенең философик үҙенсәлектәрен билдәләй. Ҡуйыусы режиссер әйтеүенсә, яңы «Фауст»ың төп темалары — яңғыҙлыҡты һәм яуызлыҡ тәбиғәтен тикшереү.
Ҡуйыусы дирижер — Артем Макаров, яҡтылыҡ рәссамы — Ирина Вторникова, хормейстер — Александр Алексеев. Премьераның беренсе көнөндә Мефистофель партияһын Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы (Мария театры), был уның ижади биографияһында иҫәп буйынса 12-се «Фауст».
Доктор Фауст —Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» лауреаты Илһам Вәлиев, Маргарита — Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Фәтихова, Зибель — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмов, Марта — Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева, Вагнер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Владимир Копытов, Валентин — Ян Лейше.
Театрҙы премьера менән ҡотларға Өфөгә дирижер Валерий Платонов, Мәскәү музыканты, педагог һәм музыка тәнҡитсеһе Евгения Кривицкая, Рәсәй радиоһының мәҙәниәт күҙәтеүсеһе Ольга Русанова килде.
Бөгөн, премьераның икенсе көнөндә, башҡа состав сығыш яһай: Артем Голубев (Фауст), Артур Ҡәйепҡолов (Мефистофель), Галина Чеплакова (Маргарита), Сергей Сидоров (Зибель), Катерина Лейше (Марта), Рим Рәхимов (Вагнер), Салауат Кейекбаев (Валентин).
«Өфөлә Шаляпин кисәләре» фестивален 17 сентябрҙә — Римский-Корсаковтың «Батша кәләше», 19 сентябрҙә Дж. Вердиҙың «Риголетто» опералары дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1210980-premera-opery-faust-otkryla-festival-shalyapinskie-vechera-v-ufe/
Читайте нас: